Был байрам 1994 йылдың 20 авгусында Президент Борис Ельцин тарафынан раҫланған “Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө тураһында”ғы Указ буйынса 22 август көнө үткәрелә.

Рәсәй триколоры тарихы 310 йылдан ашыу ваҡыт менән иҫәпләнә. Уға нигеҙ һалыусы тип 1705 йылдың 31 ғинуарында Указ сығарған Петр I танылған. Документҡа ярашлы, төрлө сауҙа судноларында аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге флаг күтәрергә тейештәр. Туҡыманың өлгөһөн Петр I үҙе төшөргән, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән.

Әле башлыса (рәсми түгел) Рәсәй флагы төҫтәре ошолай аңлатыла: аҡ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк – тоғролоҡ һәм тотороҡлолоҡто, ҡыҙыл көс-ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра.

Дәүләт флагы көнөндә бөтә ил буйынса байрам саралары үткәрелә. Сибай институтының төп уҡыу корпусына Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары менән бергә яңы баннер эленде.

#ДеньФлагаРоссии #Сибайскийинститут#УУНиТ