Сибай институты етәкселеге башҡалабыҙ Өфөлә беренсе тапҡыр ҙур сара уҙғарҙы. Ул Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте. Осрашыу урынын әҙерләү, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, сараны алып барыу, тура видеобәйләнеш булдырыу мәсьәләләрен китапхана коллективы тулыһынса үҙ өҫтөнә алды.
"Зиннур Йәрмөхәмәтов: халҡының тоғро улы" китабының исем туйын юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн китапхана директоры Айгөл Рафаэль ҡыҙы Әминеваға, уның урынбаҫары Люция Шәрифйән ҡыҙы Ильясоваға, сценарий авторы һәм алып барыусы Мәҙинә Муллабаеваға, пульт һәм камера артында эшләүсе операторҙарға, килгән ҡунаҡтарға сәй табыны әҙерләүсе китапханасыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙҙең хеҙмәттәшлек киләсәктә лә дауам итһен ине һәм Һеҙҙең барығыҙҙы ла үҙебеҙҙең уҡыу йортонда көтөп ҡалабыҙ!