Сибай институтының киң залында ҡаланың Почетлы гражданины, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың тормош юлына арналған "Зиннур Йәрмөхәмәтов: халҡының тоғро улы" тигән китаптың презентацияһы булып үтте. Сарала Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовты яҡшы белгән  коллегалары, дуҫтары, бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәр, сығарылыш студенттары ҡатнашты.

"Зиннур Ғөбәйҙулла улы оло, бөйөк шәхес булды. Уның йәшәйешкә, башҡарған эшенә, биләгән вазифаһына, кешеләргә үҙенсә ҡарашы булды. Минеңсә, ул «етәксе», «хужа» тигән һүҙҙең бөтә матур сифаттарын үҙендә туплаған кеше булды. Эш Зиннур Ғөбәйҙулла улы өсөн беренсе урында торҙо. Ул үҙе лә ныҡ эшләне, эргәһендәге кешеләрҙән да шуны талап итте. Үтә талапсан , әммә ябай тормошта ул бик кешелекле, кеселекле булды. Бына ошо сифаттары өсөн халыҡ уны яратты һәм хөрмәт итте",- тине үҙенең сығышында китап сығарыуҙа ғәйәт ҙур көс һалған институт директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов.

✍Артабан Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов, Әғләметдин хажи хәҙрәт, Наил Әсғәт улы Ғәйетбаев, Семен Николаевич Чернов, Элиза Ғүмәр ҡыҙы Кирәева, Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов, Василий Трофимович Каплин, Шайморат Азамат улы Тимербулатов, Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаков, Булат Кашфулла улы Абдрафиков, Әхәт Мөхтәр улы Мөхәмәтҡолов, Салауат Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов һәм Гүзәл Зиннур ҡыҙы Йәрмөхәмәтовалар үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм китап авторҙарына ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.

Исем туйына арнап ике йыр ижад ителде. Әхмәр Үтәбаев һүҙҙәренә һәүәҫкәр композитор Борис Хәйретдинов ижад иткән "Сибай солтаны", Таңһылыу Ғәйнуллина һүҙҙәренә шулай уҡ һәүәҫкәр композитор Әминә Бикташева ижад иткән "Рух тауышы" йырын Сибай институтының музыка бүлеген тамамлаған Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Рәил Хәсәнов башҡарҙы.

Ҡунаҡтарҙың һәр сығышы Зиннур Ғөбәйҙулла улының ҡала хакимиәте башлығы, Сибай институтын етәкләгән йылдарҙы осорон сағылдырған фотолар менән үрелеп барҙы. Сибай телевидениеһы бюстарҙы асыу тантанаһынан видеофильм әҙерләне, ә инде ҡала музейы хеҙмәткәрҙәре Зиннур Ғөбәйҙулла улының тормош юлына арналған бай эстәлекле күргәҙмә тәҡдим итте. Байрамда ҡатнашыусыларҙы "Ете ырыу" халыҡ бейеүҙәре ансамбле дәртле сығыштары менән ҡыуандырҙы. Сара унда ҡатнашҡан һәр кемдең күңелендә тик йылы хәтирәләр уятты.

Больше фотографий по ссылке:
https://vk.com/album-186315906_304074418