Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм 60 йәшлек юбилейы айҡанлы Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтының "Талҡаҫ" студенттарҙың йәйге һауыҡтырыу комплексы коменданты Ишмырҙин Зиннәт Хөсәйен улы Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең РӘХМӘТ ХАТЫ менән бүләкләнде.
Ҡала хакимиәте башлығы Азамат Мырҙағәле улы Юлдашбаевтың ҡотлауын юбилярға Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов тапшырҙы. Зиннәт Хөсәйен улын юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ, ныҡлы сәләмәтлек һәм ҡыуаныслы ғүмер теләйбеҙ.