4 март башҡалабыҙҙың Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты Айнур Туҡтаевтың 8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған "Ҡатын-ҡыҙ ул илаһи зат, ҡатын-ҡыҙ ул мөғжизә!" тип исемләнгән концерты үтә!
Унда Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты студенттары -Эльвира Тулыбаева, Гөлкәй Исхакова, Рузалина Әминева, Линара Камалетдинова, Гөлзифа Талипова, Рәзилә Ғәләүетдинова, Сабина Мөхәмәтдинова һәм "Ете ырыу", "Эдельвейс" халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре сығыш яһаясаҡ.
Йыр кисәһендә шулай уҡ республикабыҙҙың танылған йондоҙҙары Заhир Иҫәнсурин, Резида Әминева, Фәрүәз Урманшин ҡатнашасаҡ. Йыр-моң байрамына рәхим итегеҙ!!!