Ошо көндәрҙә Ҡазан ҡалаһында "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй профессиональ конкурсы бара. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән иң көслө педагогтар араһында Азалия Вәрис ҡыҙы Ибраһимова һәм Әлиә Риза ҡыҙы Ишдәүләтовалар бар. Уларҙың иңендә үтә яуаплы, мөҡәддәс бурыс - Башҡортостан Республикаһының данын яҡлау.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың икеһе лә сығышы менән Баймаҡ районынан һәм уларҙың икеһе лә Сибай институтын тамамлаған.

Яҡташтарыбыҙға сәмле ярыш, уңыштар һәм, әлбиттә, еңеүҙәр теләйбеҙ.