Сибай институтына эш сәфәре менән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова килде. Сәфәренең маҡсаты -Сибай институты етәкселеге менән берлектә Таусылар проспектының 10 һанлы йортонда урынлашҡан уҡыу корпусында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле скульптор Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғариповтың музейын булдырыу.
Уҡыу йорто директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов менән булған әңгәмәлә һүҙ музейҙы планлаштырыу, экспонаттарҙы урынлаштырыу, яңылары менән тулыландырыу хаҡында барҙы.
Хәйҙәр Хәлидәр улы Сибай институты алдына ҡуйылған билдәле шәхестәрҙең бюстарының, шулай уҡ барельефтарҙың авторы. Шуға күрә лә был музей оҫтаның күп яҡлы хеҙмәтен тулыландырып, уны тағы ла байытып торасаҡ.
