Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында йылдағыса Башҡорт теленән халыҡ-ара диктан яҙыу буйынса майҙансыҡ ойошторолдо. Уҡыу йортоноң етәкселеге, уҡытыусылары, хеҙмәткәрҙәре һәм студенттарынан тыш ҡаланан да ҡатнашыусылар бик күп булды. Сибай медицина колледжы, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы уҡытыусылары студенттар менән килде, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, ҡайһы бер мәктәп уҡытыусылары һәм башҡа учреждениеларҙан ҡатнашты. Бөтәһе 220 яҡын ҡатнашыусы теркәлде. Майҙансыҡтан республиканың БСТ телеканалы аша тура эфирға сығыу ойошторолдо.
Диктант яҙыу - белемдәрҙе тикшереү генә түгел, туған телебеҙгә иғтибар, уның киләсәгенә битараф булмау билдәһе лә. Акция беҙҙә һәр ваҡыт байрам төҫөн ала һәм рухи күтәренкелектә үтә.